Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2022, 12:34

Башҡортостанда "Кәнфит урынына" акцияһы уңышлы тормошҡа ашырыла

"Кәнфит урынына" акцияһы декабрҙә старт алды. Хәйриә ярҙамын күрһәтергә теләүселәр балаларға Яңы йылға татлы күстәнәстәр урынына китаптар бүләк итә. Проектты "Бәхет биләмәһе" мәрхәмәтлек фонды, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ғәмәлгә ашыра.

Башҡортостанда "Кәнфит урынына" акцияһы уңышлы тормошҡа ашырыла
Башҡортостанда "Кәнфит урынына" акцияһы уңышлы тормошҡа ашырыла

Проектты республика халҡы ихлас күтәреп алған. Бигерәк тә Бөрө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Өфө ҡалаларында балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн китап бүләк итергә теләүселәр күп. Акцияла билдәле блогер, табип-нефролог, диетолог Регина Доктор, "BabyDoctorSchool" һаулыҡ мәктәбен ойоштороусы табип-педиатр Гөлнара Иҙрисова ҡатнаша. Республика клиник психиатрия дауаханаһы Күгәрсен районының "Самрау" үҙәгендә балалар өсөн матур байрам уҡ ойоштороп, китаптар бүләк иткән.

Акция тураһында "Вместо конфет" (https://xn--b1agatiifbykfw.xn--p1ai/) сайтында уҡып белә алаһығыҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: