Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2022, 21:49

Авариялар һаны арта

Салауат районында "Лада Ларгус"  машинаһы юлдан осоп, ағасҡа бәрелгән. Аварияла бер кеше һәләк булған, өс кеше дауаханаға оҙатылған. Салонда өс йәшлек ҡыҙыҡайҙың да булғаны билдәле. 

Авариялар һаны арта
Авариялар һаны арта

Бәләбәй районында ла, Приютовола, "Skoda Octavia" менән ҡаршы килгән "КамАЗ" бәрелешкән. "Skoda"ның водителе үлемесле яраларҙан "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән. 

Яңауыл районында ла киске сәғәт биш тирәһендә, Яңауыл-Нефтекама автоюлының 33-сө саҡрымында, ҡара-ҡаршы килгән "Hyundai Creta" менән "Kia Rio" бәрелешкән. Шунан "Kia"ға "Ford EcoSport" менән "Volvo" йөк машинаһы барып бәрелгән. "Kia"ның водителе "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем вафат булған. Пассажиры дауаханаға оҙатылған. "Hyundai"ҙың да водителен дауаханаға һалғандар.

Фото: БР ЮХХДИ.

Авариялар һаны арта
Авариялар һаны арта
Авариялар һаны арта
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: