-3 °С
Ҡар
Бөгөн йәштәр айыҡ тормошто пропагандалай, сәләмәт йәшәү һәм спорт яҡлы. Йыл һайын байрам осоронда улар социаль селтәрҙә «Мин айыҡ Яңы йыл өсөн», «Эсмә, башҡорт» кеүегерәк плакаттар тарата. Популяр йырсы Гөлназ Асаева иһә үҙенең күҙәтеүенән сығып, киреһенсә йәштәрҙе тәнҡитләгән.
– Бөгөн шампан шарабы ҡосаҡлап шыршы төбөндә ятыу түгел, уңышлы булыу модала. Ныҡ асыуым килә! Ҡайҙа ҡарама, иҫерек ҡыҙҙар йөрөй. Был бер ниндәй ҙә рамкаға һыймай! – тип яҙған йырсы.
Йырсы һүҙҙәренсә, яңы йылға нисек аяҡ баҫаһың, шулай үткәрәһең.