Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ғинуар 2022, 20:58

Хоккейсыларыбыҙҙы самолеттан төшөрөп ҡалдырғандар

«Салауат Юлаев» клубы уйынсылары донъя чемпионатына юлланғайны.

Хоккейсыларыбыҙҙы самолеттан төшөрөп ҡалдырғандар
Хоккейсыларыбыҙҙы самолеттан төшөрөп ҡалдырғандар

Ошо көндәрҙә Канадала уҙған хоккей буйынса донъя йәштәр чемпионаты туҡтатылды. Сәбәбе —  Рәсәйҙең һәм фин хоккейсыларының ПЦР-тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. 

Уныһы ярай ҙа... Әммә яҡташтарыбыҙ ҡайтып килгәндә сәйер хәлгә тарыған. Бөтә команданы Калгари — Франфуркт рейсынан төшөрөп ҡалдырғандар. Бының хаҡында күп кенә Европа баҫмалары яҙып сыҡҡан. 2023 йылғы чемпионатҡа шундай саҡырыу ҡалдыраһығыҙмы беҙгә, рустар, тип һуҡыранған сит ил спортсылары.

«Рәсәйҙең һәм Чехияның йыйылма командалары вәкилдәре битлек кейеүҙән баш тартҡан, күптәре айыҡ булмаған, самолетта тәмәке тартҡандар. Бортҡа үткәргәндән һуң уларҙы кире ҡыуып сығарғандар», - тип яҙа  «Спорт-экспресс». 

Әйткәндәй, хоккей буйынса йәштәр йыйылма командаһы составына Шакир Мөхәмәҙуллин һәм Александр Пашин саҡырылғайны.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: