Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ғинуар 2022, 12:41

Баймаҡта ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде!

Хәүефле сир Урғаҙа ауылына барып етте...

Баймаҡта ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде!
Баймаҡта ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде!

«Урғаҙа ауылындағы ике шәхси хужалыҡта малда йоғошло төйөрлө дерматит ауырыуы асыҡланды. Райондың ветеринар хеҙмәттәре, урындағы үҙидара органдары вәкилдәре, хоҡуҡ һаҡсылары менән оператив штаб ултырышы үткәрҙек.

Әлеге ваҡытта сирҙе таратмау маҡсатында тейешле саралар күрелде: ике ветеринар-санитар посы ҡуйылды, урында һәм эргә-тирәләге ауылдарҙа малдарға вакцина яһатыла, ауырыу хайуандар даими күҙәтеүгә алынды. 

Ошондай уҡ сир ноябрь айында Беренсе Төркмән ауылында табылғайны. Бында бөтә хужалыҡтарҙағы мал юҡ ителде, халыҡҡа компенсация түләнде», - тип хәбәр итә район башлығы Фәнис Әминев.

Карантин шарттарына ярашлы:

- Баймаҡ районының дәүләт ветеринар хеҙмәте менән килешмәйенсә сит төбәктәрҙән мал индереү тыйыла;

- мал һатып алыу, һатыу, үрсем алыу хаҡында, шулай уҡ мал ҡапыл ҡырыла башлаған осраҡта дәүләт ветеринар хеҙмәтенә хәбәр итеү мотлаҡ;

- ветеринарҙарға тикшереүҙе һәм прививкалауҙы ойошторорға ярҙам итеү талап ителә;

- малды һуйыр алдынан һәм һуйғандан һуң ветеринарҙарға күрһәтеү мотлаҡ.

Әгәр малығыҙҙа сир билдәләре күҙәтелһә, кисектермәҫтән ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ: +7(34751)3-33-21; +7 (34751) 3-32-37.

Баймаҡ районында 200-ҙән ашыу мал юҡ ителгән! (ye102.ru)

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: