Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәләл ефете менән республика буйлап сәйәхәткә сыҡты. Әлеге ваҡытта улар Верхотор баҡыр иретеү заводында.
«Уҙған йылдағы кеүек Башҡортостандың иҫтәлекле урындарын ҡарап сығырға булдым. Боронғо ауылдарҙы төҙөкләндереү һәм туристик нөктәләр булдырыу өсөн федераль конкурста грант отҡайныҡ. Әммә Верхотор менән үтә алманыҡ, быйыл тағы ғариза биреп ҡараясаҡбыҙ. Завод, әлбиттә, насар һаҡланған, әммә сәйәхәтселәр өсөн бик ҡыҙыҡлы урын. Артабан сәйәхәтебеҙ тураһында һөйләүҙе дауам итермен», - тип белдерҙе республика етәксеһе.
Верхотор заводын 1759 йылда Сембер сауҙагәрҙәре И. Твердышев һәм И. Мясников төҙөгән. Алдынғы һаналған предприятиела йылына 3 меңдән 19 мең ботҡа тиклем иретелгән. 1913 йылда завод ябылған. Хәҙер был урында емерек бина һәм һыу һаҡлағысы ғына тороп ҡалған.