Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Декабрь 2021, 10:30

Яңы йыл ырымдары

  Яңы йыл алдынан кешенән аҡса алма, бурыстан башың сыҡмаҫ.  

Яңы йыл ырымдары
Яңы йыл ырымдары

 

Яңы йылды яңы кейем менән ҡаршылаһаң, йыл буйына яңы кейемдә йөрөрһөң.

Яңы йылды буш кеҫә менән ҡаршылама.

Яңы йыл  табыны һый менән тулы булһа, йылың туҡ һәм етешлектә үтер.

Ғаиләңдә  именлек булһын тиһәң, өйөңдән яңы йыл ҡаршылағанда сүп сығарма.

Яңы йыл алдынан бурысҡа аҡса алма, бурыстан башың сыҡмаҫ.

Яңы йылда һеҙҙең менән нимә булһа, йыл буйы шулай булыр.

Яңы йыл алдынан бөтә үпкәләреңде онот, туғандарыңды, туҫтарыңды ғәфү ит.

 

Фото: sport24.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: