Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Декабрь 2021, 21:15

Яңы йыл менән!

Иҫке йылдың һуңғы сәғәттәрен Тарих биттәренә оҙатып. Өр-яңы йыл менән күрешәбеҙ Изге өмөттәрҙе баҙлатып.  

Яңы йыл менән!
Яңы йыл менән!

 

Яңы йылда хата яңырмаһын

Өшөтмәһен ғәйбәт күңелде.

Тормош матурлығы йылы һүҙгә

Йылмайыуға бәйле түгелме?!

Яңы йылда ырамлыраҡ булһын

Хеҙмәт юлындағы аҙымдар.

Мулыраҡ та, күркәмлерәк булһын

Хәләл көстән тыуған табындар.

Яңы йылда донъя тыныс булһын

Һинең, минең, беҙҙең бәхеткә.

Ай бәүелһен көмөш сәңгелдәктә

Ҡояш йөҙһөн алтын тәхеттә.

Яҡшы һүҙгә телдәр йомартланһын

Тилберләнһен ҡулдар ярҙамға.

Йомарттарға йөрәк асыҡ булһын,

Бикле булһын күңел һаранға.

Оло юлдан маҡсаттарға етмәй

Һис яҙмаһын ине туҡтарға.

Аҡ теләктәр менән беҙ баҫайыҡ

Яңы йылда яуған аҡ ҡарға!

                              Әлфиә Әсәҙуллина.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: