Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2021, 20:03

Теләһә кем пистолет һатып алғас ни...

Учалы ҡалаһында, Еңеүҙең 65 йыллығы урамында, 35 йәшлек иргә травматик пистолеттан атҡандар.

49 йәшлек ир «Киа Соренто» машинаһын яңы төҙөлөп ятҡан йорт янында ҡуйған.
Иртән 35 йәшлек ир йөк машинаһында төҙөлөш материалдарын килтергән, әммә йорт янына үтә алмаған - юлды «Киа Соренто» ҡаплаған.
Автоның хужаһы килгәс, уға, әлбиттә, дәғүә белдергән.
"Киа"ның хужаһы китеп барған да, бер аҙҙан танышы менән кире килгән.
Төҙөлөш материалдарын бушатып торған ир янына килеп, уның ғәфү үтенеүен талап иткәндәр.
Ғәфү үтенергә теләмәгәс, уны туҡмарға маташҡандар. Йөк машинаһы хужаһы таяҡ менән ҡоралланғас, "Киа"ның хужаһы пистолет сығарып, ата башлаған.
Зыян күреүсе юлға йүгереп сыҡҡан, бәхетенән шул мәлдә юл-патруль хеҙмәте экипажы үтеп барған. Инспекторҙар иргә тәүге медицина ярҙамын күрһәтеп, "Тиҙ ярҙам"ды һәм тәфтиш-оператив төркөмдө саҡырған.
Иргә медицина ярҙамын күрһәткәндәр, еңел автомобиль хужаһына ҡарата енәйәт эшен асҡандар.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас