Бахмур ваҡытында киң ҡулланылған ҡыяр тоҙламаһын, киреһенсә, эсергә ярамай, сөнки тоҙ организмдан шыйыҡсаны сығарырға булышлыҡ итәсәк. Күберәк минераль һыу эсегеҙ.
Әгәр башығыҙ сатнап бара икән, һалҡын компресс һалығыҙ.
Алкоголдән ағыуланған саҡта тамаҡҡа аш бармай. Әммә бөтөнләй хәл бөтөп китмәһен өсөн әҙләп йәшелсә салаты, емеш-еләк ашағыҙ.
Ҡатыҡ, һөт эсеү бик файҙалы, ул ашҡаҙан-эсәк юлдарының эшмәкәрлеген яйға һала.
Активлаштырылған күмер ашарға мөмкин. Ул эсәктәге ағыулы матдәләрҙән тиҙерәк ҡотолорға ярҙам итәсәк.
Яңы йылда кәйефем һәр саҡ яҡшы, ялдарым файҙалы үтһен тиһәгеҙ, бөтөнләй алкоголь ҡулланмағыҙ!
Фото: Яндекс.Дзен.