Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2021, 10:05

Яңы йыл геройҙарын урлағандар

Белорет районының Тирлән ауылында Яңы йылға әҙерләнгән һындарҙы урлағандар.

Аҙаҡ иһә бурҙар уларҙы яңынан ҡайтарған, тик емерелгән көйө.

Скульптураларҙың авторы – Ғәзизовтар. Улар тимерҙән байрамдың төп геройҙарын: Ҡарһылыу, айыу, үгеҙ, болан, Ҡар бабай һәм Ҡыш бабайҙы һынландыра. Һындар тантаналы мәлде көтөп, үтеп барыусыларҙы ҡыуандырып урам буйында ултырған була.
Тик билдәһеҙҙәр машина менән килеп улар янына туҡтай һәм тимер үгеҙҙе тейәй башлай. Бер аҙҙан урланған әйберҙе һатып булмаясағын аңлағас, үгеҙҙе яңынан урынына килтерәләр.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: