Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2021, 18:02

Ура! Сибай — Аҡъяр юлы төҙөкләндерелә

Хәйбулла районында Сибай – Аҡъяр юлында ремонт эштәре бара.  «Башкиравтодор»  асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы – Өфө ДРСУ-һы подряд ойошмаһы Хәйбулла районының Ситҙәм ҡасабаһы янында 7,6 км оҙонлоҡтағы юлға асфальт түшәү буйынса эштәрҙе ошо арала тамамлай. 

Ура! Сибай — Аҡъяр юлы төҙөкләндереләУра! Сибай — Аҡъяр юлы төҙөкләндерелә
Ура! Сибай — Аҡъяр юлы төҙөкләндерелә

   Әлеге ваҡытта юл төҙөүселәр Баймаҡ районында Урғаҙа ауылынан Хәйбулла районын сигенә ҡарай  асфальтбетон ҡатламын түшәй башланы.

 – Хәйбулла районында, 2024 йылда планлаштырылғанса,  7,6 км оҙонлоҡтағы юл ҡатламын һалыу буйынса эштәрҙе тамамланыҡ. Былтыр асфальттың аҫҡы ҡатламын түшәһәк, быйыл – өҫкөһөн, – ти Өфө ДРСУ-һы начальнигы Зимфир Кәримов. –  Юлдың был участкаһында юл ситтәрен тәртипкә килтерергә ҡалды. Был эштәрҙе ошо аҙнала  тамамларға ниәтләйбеҙ. Бөгөн Баймаҡ районында эшләйбеҙ, Урғаҙанан Хәйбулла районы сигенә тиклем 6,6 км  юлға асфальт түшәргә тейешбеҙ,  шулай уҡ Сибайға 10 км яҡыныраҡ  12 – 22 км км участкала ла  юлды эшләргә кәрәк.  Әлеге ваҡытта бында  20 берәмек техника йәлеп ителгән һәм 40-ҡа яҡын кеше эшләй. 

Бөтәһе Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында Сибай – Аҡъяр юлының 64 саҡырымын тейешле хәлгә килтерергә кәрәк.   Быйыл юл эшселәре 27 км арала эштәрҙе тамамлай, шулай уҡ 15,9 км арала яңы участкаларҙа  юлдарҙы ремонтлай.    2025 йылда был юлдың 19,6 саҡырымын төҙөкләндереү планлаштырыла.  

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас