Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2021, 12:24

Боронғо башҡорт еренең бер өлөшө ҡайтарылды

Ер төҙөлөшө документтары «Росреестр»ҙа тикшереү үткән.

Боронғо башҡорт еренең бер өлөшө ҡайтарылды
Боронғо башҡорт еренең бер өлөшө ҡайтарылды

Бынан алда Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенең сиктәре аныҡланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек(ye102.ru) 2,7 гектар майҙан республикабыҙ биләмәһенә ҡушыла. Әлеге ваҡытта ер төҙөлөшө документтары «Росреестр»ҙа тикшереү үткән. Был майҙан милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған төйәге, яндырылған Тәкәй ауыл биләмәһенә тура килә. Унда яҡын киләсәктә батырыбыҙҙың мемориаль комплексын төҙөү ҡарала. 

Башҡортостан биләмәһенең аныҡ координаттарын билдәләү ер тураһындағы бәхәстәргә сик ҡуясаҡ, тип белдерҙеләр «Росреестр»ҙың төбәк идаралығында.

Башҡортостандың 48 муниципалитеты (ауыл биләмәһе) Силәбе өлкәһе менән сиктәш: Балаҡатай, Ҡыйғы, Салауат, Нуриман, Иглин, Архангел, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ райондары һәм Сибай ҡалаһы. Әбйәлил районы Магнитогорск агломерацияһы биләмәһенә инә. Силәбе менән дөйөм сик оҙонлоғо 1443 саҡрымды тәшкил итә.

Бынан тыш, быйыл Свердловск өлкәһе һәм Удмурт республикаһы менән сиктәр аныҡланған.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: