Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2021, 11:05

Бөгөн – аш содаһы көнө

Сода һүҙен ишетеү менән нимә күҙ алдығыҙға килә? Күптәр, шихан, тиер. Был продукт беҙҙең йөрәк яраһына ла әйләнә яҙҙы.

Бөгөн – аш содаһы көнө
Бөгөн – аш содаһы көнө

Сода етештерәбеҙ, тип бер шихандың башына еттек. Икенсеһен дә кимерергә булғайнылар, ярай әле, саҡ ҡотҡарҙыҡ. Дөрөҫөрәге, халыҡтың бер төркөмө (уғата ерһөйәрҙәр) Ҡуштауға сыҡты. Был турала тарих бер саҡ ентекле һөйләр...

Америкала ана шул аш содаһына арналған иҫтәлекле дата булдырғандар. Ни өсөн? Кәрәкле нәмә булғанға. Ҡайҙан алынғанын онотмаҫҡа.

Соданың файҙалы ла, зыянлы ла яғы күп.

Файҙаһы: шешенеүҙе бөтөрә, антисептик көскә эйә, бөжәк тешләһә, ярҙам итә, артериаль ҡан баҫымын төшөрә, организмды натрий менән байыта, артыҡ май булдырмай. Тамаҡ шешкәндә сайҡатһаң, йүткереүҙе бөтөрә. Теште ағарта. Тағы әллә күпме файҙаһы бар.

Зыяны: был – һелтеле продукт, шуға ла һаҡ ҡулланырға кәрәк. Айырыуса балаларға, ауырлы ҡатындарға хәүефле булыуы ихтимал. Соданың ашҡаҙанды, үңәсте яндырыуы мөмкин. Ашҡаҙанда гастрит йә эренле шеш булғанда ҡулланырға ярамай. Шулай уҡ диабет сирлеләргә лә һаҡ булырға кәрәк. Һис юғында, сода менән дауаланырға уйлаһағыҙ, табиптан белешегеҙ.

Бөгөн – аш содаһы көнө
Бөгөн – аш содаһы көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: