Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабрь 2021, 15:49

БДУ-ға шартлатҡыс һалынған!

Баш ҡаланың уҡыу йорттарына көн һайын шомло хәбәр килә.

БДУ-ға шартлатҡыс һалынған!
БДУ-ға шартлатҡыс һалынған!

Бөгөн иртән Өфөнөң күп кенә уҡыу йортонда йәнә эвакуациялар булды. Төшкө сәғәт ун икелә Башҡорт дәүләт университетының рәсми сайтында ошондай иғлан баҫылды.

– БДУ корпустарына бомба һалыныуы тураһында аноним хәбәр килде. Барығыҙҙы ла уҡыу корпустарынан сығыуығыҙҙы һорайбыҙ!

Ошо арҡала күп кенә белем усаҡтары уҡыу йылын ваҡытынан алда тамамларға мәжбүр. Мәҫәлән, иртәгә баш ҡаланың ҡайһы бер мәктәптәрендә дәрестәр булмаясаҡ. 

– Иртәгә йәнә ошо хәл ҡабатланасаҡ. Ата-әсәләр чатында уҡытыусылар дәрескә килмәҫкә ҡушты, - ти Өфө гимназияларының береһендә уҡыған баланың әсәһе.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: