Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабрь 2021, 12:17

Башҡортостанда “ВелоБала саҡ” Республика байрамы проекты тамамланды

Проект буйынса күп сара үтте. Ошо көндәрҙә йомғаҡ яһанылар.

Башҡортостанда “ВелоБала саҡ” Республика байрамы проекты тамамланды
Башҡортостанда “ВелоБала саҡ” Республика байрамы проекты тамамланды

Был турала беҙгә Зөлфиә Басирова хәбәр итә:

"23 майҙа Өфөнөң “Ватан” паркында “ВелоБала саҡ”  Республика байрамы уҙҙы. Унда 700 кеше (шуларҙың 258-е – балалар) велосипедта, беговелда, трюк яһау самокаттарында ҡатнашты. Проект Рәсәй йәштәре эштәре буйынса Федераль агентлығы ярҙамы менән ғәмәлгә ашырылды.

Октябрҙә Күмертау һәм Нефтекама ҡалаларында балаларға “ВелоДВИЖ” квесы уҙғарылды. Малайҙар һәм ҡыҙҙар бик күп һынау аша үтеп, төрлө бүләккә лайыҡ булды.

Проектты тормошҡа ашырыу барышында “Башҡортостанда Велошәфҡәтлелек” акцияһы ойошторолдо. Теләгәндәр иҫке велосипедтарын һәм запас өлөштәрен ҡабаттан ҡулланыу өсөн тапшырҙы. Шулай итеп, 2021 йылда бөтәһе 21 велосипед тапшырылды, шуларҙың 18-ҙе Яңы йыл алдынан үҙҙәренең яңы хужаларын табасаҡ.

“ВелоБала саҡ” Республика байрамы Башҡортостан балаларының сағыу һәм күңелле велобала сағы барлығын иҫбат итте”.

 

Фото: vk.com

Башҡортостанда “ВелоБала саҡ” Республика байрамы проекты тамамланды
Башҡортостанда “ВелоБала саҡ” Республика байрамы проекты тамамланды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: