Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабрь 2021, 13:28

Башҡортостан йәштәренә Яңы йыл бүләге!

Өфөлә «Йәшлек Хаус» бинаһының подвалы ремонтланды һәм унда ТВ-студия асылды.

Башҡортостан йәштәренә Яңы йыл бүләге!
Башҡортостан йәштәренә Яңы йыл бүләге!

Ҡыуаныслы яңылыҡ менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә уртаҡлашты.

– Был – Башҡортостан йәштәренә Яңы йыл бүләге! Беҙ һүҙебеҙҙә торҙоҡ, «Йәшлек Хаус» Йәштәр йортоноң подвалын ремонтланыҡ һәм унда яңы майҙансыҡ асылды. 

Бында телевидение, тауыш яҙҙырыу студияһы, сығыш яһау залдары бар. Барыһы ла заманса, яҡшы аппараттар менән йыһазландырылған. Ошо залдар буш тормаһын өсөн тырышасаҡбыҙ. Йәштәр йортонда тормош ҡайнап, гөрләп торорға тейеш. Йәштәр ҡәһүә эсеп, иркенләп аралаша ала.

Ошондай йәштәр үҙәге Нефтекамала бар, артабан бөтә республика буйлап асасаҡбыҙ. Иң тәүҙә Стәрлетамаҡ һәм Салауаттан башлайбыҙ, артабан Урал аръяғы ҡалалары һәм ауылдары, – тип яҙҙы республика етәксеһе.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: