Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабрь 2021, 11:05

Барлыҡ илде тетрәндергән фажиғә...

Эттәрҙән таланып һәләк булған баланың үлеме өсөн Учалы районының Сәфәр ауылы хакимиәте башлығы яуап бирәсәк.

Барлыҡ илде тетрәндергән фажиғә...
Барлыҡ илде тетрәндергән фажиғә...

Ошо хаҡта кисә билдәле булды. 17 апрелдә Учалы районының Сәфәр ауылында теркәлгән ҡурҡыныс хәл барлыҡ илде тетрәндерҙе. Сәфәр ауылы хакимиәте башлығы Илдар Байбурин үҙ эшенә һалҡын ҡарауҙа һәм кешене үлемгә дусар итеүҙә ғәйепләнә. Етәксенең берәҙәк эттәргә бәйле ялыуҙарға иғтибар бирмәүе һәм мәсьәләне хәл итмәүе асыҡланған.

Әлеге ваҡытта тикшереү тамамланып килә. РФ-тың Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Барыһы ла судта хәл ителәсәк.

Махсус репортаж: "Эттәр һәм кешеләр..." (ye102.ru)

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: