Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабрь 2021, 11:41

Бөгөн – халыҡ-ара виолончель көнө

Был музыка ҡоралына мөнәсәбәтегеҙ нисек? Моғайын, тауышын-моңон ишеткәнегеҙ барҙыр.

Бөгөн – халыҡ-ара виолончель көнө
Бөгөн – халыҡ-ара виолончель көнө

Был иҫтәлекле дата билдәле каталон виолончелисы, композиторы Пабло Казальстың тыуған көнөнә тура килтереп булдырылған. Был шәхес донъяла ошо музыка ҡоралында иң оҫта уйнаусы булып танылған икән. Быныһын да белдек.

Әйткәндәй, виолончель – ҡыллы музыка ҡоралы, ҙур скрипка йәки альтҡа оҡшаш. Уны ҡулда тотоп түгел, ә вертикаль терәп ҡуйып уйнайҙар. Кешелеккә XVI быуаттан таныш ул.

Иң билдәле виолончелистар – Ростропович (Рәсәй һәм башҡа күп сит ил премияһы лауреаты), Йо Йо Ма (Ҡытай), "Apocalyptica” исемле фин квартеты.

Бөгөн – халыҡ-ара виолончель көнө
Бөгөн – халыҡ-ара виолончель көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: