Быйыл дөйөм оҙонлоғо 387 км тәшкил иткән 255 объектта эш барған. Милли проект буйынса 8,8 млрд һум аҡса бүленгән, шуның 1,7 млрд һумы - федераль ҡаҙнанан.
Өфөлә байтаҡ урам юлы төҙөкләндерелә, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондарында ҙур эштәр барҙы. Иглин районында етди проект ғәмәлгә ашырыла.
Юл төҙөү менән бер рәттән билдәләр, светофорҙар ҡуйыу ҙа дауам итә. Әле Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы автомобиль юлы реконструкциялана.
Киләһе йылда 255 км оҙонлоғонда 167 юл участкаһында эштәр күҙалланған.
Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.