Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2021, 21:26

Юл фажиғәләре - 27 декабрь

Кисә республика юлдарында биш автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, биш кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 27 декабрь
Юл фажиғәләре - 27 декабрь

Көндөҙгө сәғәт берҙә Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы автоюлының 49-сы саҡрымында Өфөнән 24 йәшлек егет "Chevrolet Niva" машинаһында ҡаршы килгән "Volvo" йөк машинаһына барып бәрелгән. Ҡырсынташ тейәгән йөк машинаһы ауҙарылған. "Chevrolet Niva" водителе һәләк булған.

Бөгөн иртән Иглин районында ҡара-ҡаршы килгән "Peugeot Boxer" автобусы менән "Datsun on-DO" машинаһы бәрелешкән. Автобустың 31 йәшлек пассажиры,  "Datsun"дың 30 йәшлек водителе дауаханаға оҙатылған. Автобус "Өфө-Таутөмән" маршруты буйынса китеп барған булған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: