Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2021, 10:54

«Ысын ир-егеттәрсә ҡул бирештек!»

Йырсы Радик Юлъяҡшин Фирдус Тямаев менән осрашҡан.

«Ысын ир-егеттәрсә ҡул бирештек!»
«Ысын ир-егеттәрсә ҡул бирештек!»

Башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр йырсылары Радик Юлъяҡшин һәм Фирдус Тямаев бер йыл самаһы дауам иткән ыҙғышҡа нөктә ҡуйҙы. Хатта Тямай яҡташыбыҙ менән бергә ҡосаҡлашып төшкән видеояҙманы Инстаграмға һалды.

– Ысын ир-егеттәрсә ҡул бирештек! Теге буталсыҡ тарихҡа нөктә ҡуйҙыҡ бит. Алла бойорһа, яңы йылға бер үпкәһеҙ, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән инәбеҙ, – тип һөйәрмәндәрен ҡыуандырҙы ул.

– Был бәхәстең онотолоуына мин дә шатмын. Быйылғы йылды ысын дуҫтарса оҙатабыҙ, – тип яҙҙы Юлъяҡшин да.

Йыл башында Миәкә районында Фирдус Тямаевтың концерттары өҙөлдө. Ошонан башланып киткәйне был ыҙғыш. Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай, ти халыҡ мәҡәле.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: