Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2021, 10:12

Һәйкәл Өфөнөң Үҙәк баҙары янына ҡуйыласаҡ, тиҙәр

Милли батырыбыҙҙың һәйкәлен тергеҙеүгә бәйле ялған мәғлүмәттәр таралған.

Һәйкәл Өфөнөң Үҙәк баҙары янына ҡуйыласаҡ?
Һәйкәл Өфөнөң Үҙәк баҙары янына ҡуйыласаҡ?

Был кемгә кәрәк булғандыр, йәнә төрлө хәбәр тарала башланы. Йәнәһе, Салауат Юлаев һәйкәле Өфөнөң Үҙәк баҙары янына ҡуйыласаҡ. Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин быны байрам шаяртыуы тип атаны.

«Һәйкәлдең үҙе лә, урыны ла дәүләт һағына алынған. Федераль закон уны бер генә метрға ла күсереүҙе тыя. Нисәнсе ҡабатлайым, реставрациялау ваҡытында һәйкәлгә нимәлер өҫтәү йә алып ташлау бөтөнләй тыйыла. Скульптор С. Тавасиев һәм архитектор И. Ғәйнетдинов нисек эшләгән, шул көйөнсә ҡалырға тейеш! Бөтә эштәр махсус аттестация үткән белгестәр менән башҡарыласаҡ» — тип яҙған үҙ сәхифәһендә Данир Ғәйнуллин.

Кинематографсылар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева ла үҙ фекерен белдергән:

«Нисек инде милли батырҙың һәйкәле сауҙа павильондары эргәһенә ҡуйылырға мөмкин? Етмәһә, был урындан транспорт күп йөрөй. Тарихты, милли брендты боҙоп күрһәтеүҙең асылы нимәлә? Һәйкәл тергеҙелгәс тә үҙенең урынында тороп ҡаласаҡ» — тип яҙған йәмәғәт эшмәкәре.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: