Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2021, 16:01

Вакциналаныусылар проценты арта

Башҡортостанда вакцина эшләтергә  тейешле халыҡтың 87,7 проценты прививкаланған.

Вакциналаныусылар проценты арта
Вакциналаныусылар проценты арта

 

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы  вакциналау дауам итә. Төбәккә бөтәһе   2 735 658 доза Рәсәйҙә етештерелгән вакцина алынған.   28 декабргә алынған мәғлүмәттәр буйынса, 2 178 664 кеше вакцинаның беренсе компонентын эшләткән.  2 026 697  кеше иһә вакциналауҙың ике этабын да үткән.  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән бөгөнгө кәңәшмәлә һүҙ шул хаҡта барҙы. 

Вице-премьер – республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда коронавирус менән зарарланыусыларҙың дөйөм иҫәбе 120914 кешегә еткән.  Тәүлек эсендә 304 кешенең ковид менән ауырыуы асыҡланған. Бөтәһе 110258 кеше сирҙән имен-аман ҡотолған, шуларҙың 375-е – һуңғы тәүлектә.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: