Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2021, 15:40

Шампан шарабы ҡайҙа барлыҡҡа килгән?

   Яңы йылды шампан шарабыһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. 

Шампан шарабы ҡайҙа барлыҡҡа килгән?
Шампан шарабы ҡайҙа барлыҡҡа килгән?

  300 йылдан ашыу инде ул Ер шарында Яңы йыл табынының иң түрен биләй. Ә был шарапты Францияның төньяғындағы Шампань өлкәһендә уйлап тапҡандар.  Шампанды асыуҙың да үҙ сере бар.  Атмаһын өсөн, асыр алдынан 7 – 9 градусҡа тиклем һыуытырға кәрәк.  Үтә ныҡ һыуып китһә, асыуы ауырлаша. Ҡойған ваҡытта иһә бокалды ҡырын тотоп, ситенә яйлап  ҡына ағыҙырға. Тура килеш ҡойған ваҡытта күперек өҫкә күтәрелә. Уны баҫыу өсөн туҡтап торорға кәрәк.

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: