Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2021, 20:49

Радий Хәбировтың Яңы йыл бүләген Шишмә районында йәшәгән 11 йәшлек Евгений Будановҡа тапшырғандар

Женя Ҡыш бабайҙан велосипед һораған булған. Һәм уның был теләген республика башлығы үтәне.

Радий Хәбировтың Яңы йыл бүләген Шишмә районында йәшәгән 11 йәшлек Евгений Будановҡа тапшырғандар
Радий Хәбировтың Яңы йыл бүләген Шишмә районында йәшәгән 11 йәшлек Евгений Будановҡа тапшырғандар

Радий Хәбировтың Яңы йыл бүләген Шишмә районы башлығы Ришат Мансуров тапшырған. 

Әйткәндәй, Женяның ата-әсәһе мәшәҡәттәргә сумып, "Теләктәр шыршыһы"на хатты иң һуңғы мәлдә генә ебәрергә өлгөргәндәр: интернет яй эшләп, Женяның хаты 23.59 сәғ. киткән. Ләкин даланы бар икән! Хәҙер рәхәтләнеп велосипедта йөрөргә йәйҙе зарығып көтә инде.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: