+12 °С
Болотло
«Мин Татарстан етәксеһен бик ихтирам итәм. Ул - көслө сәйәсмән һәм яҡшы кеше. Беҙҙе дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Мин уның менән үҙемде мәжбүр итеп тә дуҫлашманым, ә шундай тәбиғи килеп сыҡты. Мин хеҙмәттәшлек яҡлы. Беҙҙең шундай күршеләр булыуы яҡшы. Малай саҡта гел өлкәндәр менән көрәшә инем. Ул саҡта, нимәгәлер өлгәшкең килһә, үҙеңдән көслөләргә һәм өлкәндәргә тиңләш, тинеләр. Беҙ федераль аҡсалар өсөн, проекттар өсөн көрәшәбеҙ - был бик яҡшы», - тип Радий Фәрит улы күршеләр тураһында йылы һүҙҙәр әйтте..