Радий Фәрит улы һөйләгәне бар: бәләкәй сағында ауылда йәшәгәндәрендә ул бер һүҙ ҙә русса белмәгән. Биш йәштән ҡалаға күскәс, балалар баҡсаһында теле руссаға әйләнгән.
Ә ул әле башҡортса бик матур һөйләшә. Республикала туған телебеҙгә иғтибар һәм ихтирам да артты.
"Когда ты разговариваешь на башкирском — это уважение к людям. Я кайфую от этого", - ти БР Башлығы (уның, кайфую, тигәне, кәйеф алам була инде).
Әйткәндәй, беҙҙә полилингваль мәктәптәр һаны ла арта бара. Әле дүртәү (Өфөлә - 2, берәр Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала). Сиратта - Аҡъяр.
Күп телле мәктәптәр булдырыу - беҙҙең милли сәйәсәт.
Фото: БР Башлығы сайтынан.