Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2021, 20:27

Пандемия шарттарында...

Радий Хәбировҡа тура эфир ваҡытында табиптарға ярҙам саралары тураһында һорау бирҙеләр.  

Пандемия шарттарында...
Пандемия шарттарында...

Эпидемиологик хәл шундай: беҙгә башҡа сикләү саралары ҡабул итергә кәрәкмәй. Әммә байрамдан һуң ҡарарбыҙ. Ковид-госпиталдәр табиптары бөтә түләүҙе ваҡытында аласаҡ. Береһен дә бөтөрмәнем. Тағы федераль ярҙам да бар. Беҙ табиптарҙың хеҙмәт шарттарын даими яңыртабыҙ”, - тине республика Башлығы.

Ул үҙен нимә борсоғанын да әйтте. Был – омикрон штамы. Әле республика халҡының 2,2 миллионы вакцина яһатҡан. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн 2,45 миллион булыуы шарт. Радий Хәбиров дүрт тапҡыр вакцина ҡаҙатҡан.

Яңы сикләүҙәр әҙерләмәйем. 2020 йылда "ҡара һыҙат" тип уйлағайныҡ, ә быйыл да күп кешене юғалттыҡ. Вакцинаға ҡаршы кешеләр тураһында шулай уйлайым: улар вакцина темаһына үҙҙәрен хайпларға булды. Уларҙы әкрен генә ышандырырға кәрәк”, - тине Башлыҡ.

Фото: "Башинформ"

Пандемия шарттарында...
Пандемия шарттарында...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: