Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2021, 09:32

Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!

Республика Хөкүмәте йортонда Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.

Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!
Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!

2019 - 2020 йылдар өсөн премияға өс йәш ижадсыбыҙ лайыҡ булды. Улар - Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы Айбулат Баһауетдинов (М. Кәримовтың "Салауат" хореографик постановкаһындағы эше һәм хореографик сәнғәтте үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн), М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Азат Вәлитов  (Игнатов - «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина романы буйынса, Я.Пулинович инсц.), Прометей - «Прометей» (М.Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» пьесаһы буйынса) һәм Айсыуаҡ - «Гөлбостан» (Ҡ.Даяндың «Таңсулпан» пьесаһы мотивтары буйынса) ролдәрен юғары профессиональ дәрәжәлә башҡарғаны өсөн) һәм РФ, БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы, дүрт шиғри йыйынтыҡ авторы Александр Хватков (әҙәбиәт өлкәһендәге ижади ҡаҙаныштары һәм Башҡортостан әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн).

Наградаларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тапшырҙы.

Фото: "Башинформ"

Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!
Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: