Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2021, 13:45

Көлкөлө эш хаҡы кемдә?

Республика етәксеһе түбән хеҙмәт хаҡы алыусылар тураһында һөйләне.

«Көлкөлө эш хаҡы» кемдә?
«Көлкөлө эш хаҡы» кемдә?

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров коронавирус ҡотороуға ҡарамаҫтан, республикала уртаса хеҙмәт хаҡы күтәрелеүен һәм эшһеҙлек кимәле 3,8 процентҡа тиклем кәмеүен белдерҙе.  

«Беҙҙә түбән эш хаҡы алыусылар күп. Киләһе йылға беҙҙең төп бурыс — хеҙмәт хаҡын арттырыу. Инвестиция проекттарына льгота биргәндә быны күҙ уңында тотасаҡбыҙ. Көлкөлө эш хаҡтары булмаһын өсөн тырышасаҡбыҙ».

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: