Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2021, 21:09

Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексы 106 проценттан ашыуыраҡ

– Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексы 11 айҙа 106 проценттан ашыуыраҡ. Был бик юғары күрһәткес, илдең уртаса күрһәткестәренән юғарыраҡ, - тип билдәләне Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә. - Был республика иҡтисадының коронавирус пандемияһынан һуң тергеҙелеүе хаҡында һөйләй. Декабрҙә статистиканы тағы ла яҡшыртырбыҙ, тип өмөтләнәм.

Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексы 106 проценттан ашыуыраҡ
Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексы 106 проценттан ашыуыраҡ

Төбәктә торлаҡты сафҡа индереү буйынса ла ыңғай динамика күҙәтелә – 2,9 млн кв. м. торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.

Ә бына ҡоролоҡ ауыл хужалығына 2021 йылда етди зыян килтерҙе - ауыл хужалығы производствоһы күләме былтырғы менән сағыштырғанда 87 процентҡа кәмегән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: