Республика менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаларына Р240 федераль трассаһының Өфө-Стәрлетамаҡ юл участкаһын электр уттары менән яҡтыртыу буйынса мөрәжәғәттәр күп килгән. Был юлдар "Приуралье" федераль ойошмаһы баланс ҡарамағында. 2020 йылдың декабрь айында аэропорт боролошонан Булгаково ҡасабаһы участкаһына тиклем ҡуйылған бағаналарҙа электр уттары ҡабыҙылды. Ә яҡын арала Наумовка, Ергән, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондары юл участкаларында ла электр уттары тоҡанасаҡ. "Приуралье" ойошмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө - Стәрлетамаҡ юл участкаһының бағаналары электр селтәрҙәренә киләһе 2022 йылдың сентябрь айында тоташтырыла.
Был турала бөгөн БЮТ телеканалындағы “Сәләм” программаһында тура эфирҙа һөйләнеләр.
Республикала ял көндәрендә көслө буран сығып, юлдарҙа хәл-торош ҡатмарланды. Бурандың эҙемтәләре тураһында ла бөгөн һөйләнек. Яңы йыл байрамдары яҡынлаша. Һауа торошо боҙолоп киткән хәлдә, республика халҡына алыҫ юлдарға сыҡмаҫҡа тәҡдим итәбеҙ.
Мәсетле районынан яҡшы яңылыҡ менән бүлешәбеҙ. Оло Ыҡтамаҡ - Оло Аҡа маршруты буйынса автобус йөрөүҙән туҡтаған ине. Яңыраҡ Мәсетле районы хакимиәтендәге коллегаларыбыҙ беҙгә был һорауҙың ыңғай хәл ителеүе һәм маршрут буйынса автобус үҙ эшен башлауы тураһында хәбәр итте. Беҙҙең «АФАРИН» республиканың төнъяҡ-көнсығышына оса.
Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары һуңғы тәүлек эсендә юл темаһы буйынса 242 мөрәжәғәт ҡабул итте. Икенсе урында - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (76), өсөнсө урында - төҙөкләндереү (71) һәм дүртенсе урында - йәмәғәт транспорты (69).
Һауа торошо темаһына кире ҡайтып. "112” берҙәм диспетчер хеҙмәте телефоны - һәр кем белергә тейешле иң мөһим номер. Был берҙәм телефон номеры буйынса янғын һағы, полиция, ғәҙәттән тыш хәлдәр, ашығыс медицина ярҙамы кеүек хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефонығыҙҙа аҡса булмаһа ла “112“ номерына шылтыратып була
БР Эске эштәр идаралығы ЮХХДИ дежур бүлегенә 235-84-02, 233-27-31 йә иһә Өфө ҡалаһы эске эштәр идаралығының ЮХХДБ дежур бүлегенә 237-84-80, 237-02-02 телефондары аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.