Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2021, 12:46

Бөгөн – кәрт уйнау көнө

Бына һиңә мә! Шундай көн дә бар. Беләһегеҙме, кәрт уйнау мейе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, имеш?

Бөгөн – кәрт уйнау көнө
Бөгөн – кәрт уйнау көнө

Барыһы ла Ҡытайҙа башланған, тиҙәр. 9-сы быуатта Тан династияһы кешеләре ҡағыҙ һәм бәғзе бер әйбер ҡулланып, үҙҙәренә күрә ҡыҙыҡ бер уйын уйлап сығарған. Улар әлеге кәрттәргә оҡшамаған, әлбиттә, әммә уйнау алымдары шундай уҡ булған. Торараҡ Һиндостанда “Ганджифа” тигән кәрт уйыны барлыҡҡа килгән. Бер колодала 10 төрлө (масть) кәрт булған һәм уны Бөйөк Могол (хакимлыҡ итеүсе династия) аҡһөйәктәре уйнаған. Кәрттәрҙе һарай рәссамдары төшөргән.

Мысырҙа ла уйнағандар. Геометрик һындар төшөрөлгән кәрттәрҙе мәмлүктәр таратҡан, буғай. Был уйын Европала Яңырыу (Возрождение, Ренессанс) осоронда барлыҡҡа килгән. Шуныһы ҡыҙыҡ: һәр төбәктең кәрте үҙенсәлекле булған. Һуңынан ғына дөйөм дүрт төргә – ҡылыс, кубик, таяҡ, тәңкәгә – бүленгән. Артабан, беҙ белгәнсә, черви, бубны, трефы, пики килеп сыҡҡан. Йәнәһе, былар аристократия, рухани, крәҫтиән һәм хәрбиҙе аңлата. Берәүҙәр фекеренсә, дүрт төр – дүрт миҙгел.

Ҡомарлы кәрт уйыны, ғалимдар белдереүенсә, һаулыҡҡа ла файҙалы. Кәрт уйнағанда кеше күп ваҡыт эстән уйлап, ҡатмарлы ғына иҫәпләүҙәр сығарып, башын эшләтеп ултыра икән.

Бөгөн – кәрт уйнау көнө
Бөгөн – кәрт уйнау көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: