Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2021, 23:06

Юл фажиғәләре - 26 декабрь

Кисә республика юлдарында туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 21 кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 26 декабрь
Юл фажиғәләре - 26 декабрь

Иртән сәғәт ун беренселә Ҡырмыҫҡалы районында Салауаттан 55 йәшлек ҡатын "Daewoo Matiz" машинаһында юл ситендә торған "Chevrolet Lacetti"ға барып бәрелгән. Һәм уларға үҙ сиратында ун автомобиль бәрелгән. "Daewoo" водителе үлемесле яраларҙан йән биргән. Аварияла 11 кеше, шул иҫәптән алты һәм өс йәшлек балалар ҙа, йәрәхәтләнгән.

Тәүлек эсендә 1400-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 33 иҫерек водитель тотолған.

Бөгөн көндөҙ Туймазы районында "Chevrolet Niva" менән "Volvo" йөк машинаһы бәрелешкән. "Chevrolet"тың водителе һәләк булған.

Юлда һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: