Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2021, 00:31

Водителдәр иғтибарына

Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле, М5 «Урал» федераль трассаһының 1427-се саҡрымынан алып 1548-се саҡрымына тиклем (Силәбе өлкәһе менән сик) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн ваҡытлыса транспорт хәрәкәтен сикләү индерелгән. 

Водителдәр иғтибарына
Водителдәр иғтибарына

М5 «Урал» федераль трассаһының 1194-се саҡрымынан алып 1281-се саҡрымына тиклем (Һамар өлкәһе менән сик - Октябрьский), 1363-сө участканан алып 1548-се участкаға тиклем (Иҫке Боғаҙы - Силәбе өлкәһе менән сик) юл асылған. 

Аэропортҡа боролоштан алып Мәләүезгә тиклем пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн юл ваҡытлыса ябыҡ ҡала бирә. 

Шул уҡ трассала Мәләүездән алып Ырымбур өлкәһе менән сиккә тиклем юл бөтә төр транспорт өсөн ябыҡ.

Юлға сығыуҙы кисектереп тороғоҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: