+3 °С
Ясна
Ҡотлау тексында шундай юлдар бар:
"Һеҙҙең һөнәрегеҙ иң ихтирамлыларҙан береһе. Һеҙ һәр ваҡыт иң ауыр һәм хәүефле заданиелар башҡарырға әҙерһегеҙ. Тәүгеләрҙән булып бәләгә тарығандарға ярҙамға ашығаһығыҙ. Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәтәһегеҙ.
Бөгөн Башҡортостанда ил күләмендә иң ышаныслы һаналған мобиль экстрен ярҙам хеҙмәте эшләй. Тап һеҙҙең ойошҡанлы эшегеҙ менән республикала 1300-ҙән ашыу кеше ғүмере һаҡлап ҡалынды. Ҙур янғындар ҙа һеҙгә етди һынау булды. Һөнәри бурысын һәр берегеҙ ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡара. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға!"