Ысынлап та, үҙ брендыңды халыҡ-ара баҙарға сығарыу еңелдән түгел. Әллә бер ҡыйынлығы ла юҡмы?
Был темаға бәйле семинар "Төбәк брендтарын үҫтереү. Экспорт" тип аталды һәм унда республиканың 20-нән ашыу компанияһы вәкилдәре ҡатнашты. Онлайн һәм офлайн уҙған сара "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы ойошторолдо. БР Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге директоры, РФ Экспорт үҙәгенең беҙҙәге вәкиллеге етәксеһе сығыштары фәһемле булды.
Бындай саралар даими үтә.
Фото: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты.