Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2021, 11:30

Благовещен районында ҡояш электростанцияһы әҙер булып килә

Һөйөнөслө хәбәр менән Радий Хәбиров уртаҡлашты.

Благовещен районында ҡояш электростанцияһы әҙер булып килә
Благовещен районында ҡояш электростанцияһы әҙер булып килә

«Альтернатив сығанаҡтарҙан энергия алыу өҫтөндә планлы рәүештә эшләйбеҙ. Благовещен районында «Полиэф» компанияһы ҡояш электростанцияһын төҙөй. Әле станцияның фотоэлектр модулдәре ҡуйылған, объект 80 процентҡа әҙер.

Станцияның проект ҡеүәте – 4,9 МВт, был – республикабыҙҙағы бөтә электр станцияларының дөйөм ҡеүәтенән 7,1 процент. Проектҡа сирек миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Ҡояш батареялары производствола бүленгән зарарлы матдәләрҙе кәметергә һәм предприятиеның "йәшел" энергия балансын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Объект киләһе йылдың тәүге кварталында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. 

Ошондай станциялар Бөрйән, Хәйбулла, Стәрлебаш, Ғафури райондарында төҙөлгән, әлеге ваҡытта шулай уҡ Ағиҙел ҡалаһындағы объект әҙер булып килә. Электростанцияларҙың дөйөм йылылыҡ биреү ҡеүәте 90-ды ашып китте һәм беҙ илдең тәүге биш лидеры иҫәбенә инде.

Яҡын киләсәктә ел энергетикаһын үҫтерергә иҫәп тотабыҙ, бының өсөн Бәләбәй ҡалҡыулығында шарттар бар. Шулай уҡ яңы гидроузел төҙөү мөмкинлеген дә өйрәнәбеҙ», – тип яҙған социаль селтәрҙә республика етәксеһе.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: