Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2021, 12:36

«Бер водителдең ғүмере өҙөлгән, тиҫләгән кеше йәрәхәтләнгән...»

Ҡырмыҫҡалы районындағы үлемесле аварияның нисек килеп сығыуын аңлаттылар.

«Бер водителдең ғүмере өҙөлгән, тиҫләгән кеше йәрәхәтләнгән...»
«Бер водителдең ғүмере өҙөлгән, тиҫләгән кеше йәрәхәтләнгән...»

Кисә Ҡырмыҫҡалы районында ҡурҡыныс фажиғә теркәлеүе, 22 машина бәрелешеүе хаҡында яҙғайныҡ. Асыҡланыуынса, Салауат ҡалаһынан «Daewoo Matiz» машинаһына идара иткән 55 йәшлек ҡатын көтмәгәндә ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм «Chevrolet Lacetti» автомобиленә бәрелгән. 

Артабан ике яҡтан да унлаған автомобиль әлеге ике машинаға килеп төкөгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Daewoo Matiz» водителе фажиғә урынында һәләк булған. Ун бер кеше, шул иҫәптән ике 6 һәм 3 йәшлек сабый зыян күргән. Осраҡ буйынса тикшереү үткәрелә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: