Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2021, 12:17

Бөгөн – тиҫкәрелек көнө

Ысынында бөгөн календарҙа матур байрамдар ҙа бар ул. Әммә беҙ үҙенсәлеклеләрен, мәғәнәһеҙҙәрен дә күрәбеҙ. Шундай иҫтәлекле даталарҙың береһе бөгөн.

Бөгөн – тиҫкәрелек көнө
Бөгөн – тиҫкәрелек көнө

Русса “шиворот-навыворот” көнө. Шундай ваҡыттар була: йә “һул аяғыңдан” тораһың, йә нәскийеңдең тиҫкәре яғын кейәһең, йә сәбәпле-сәбәпһеҙгә кәйефең булмай. Шул саҡта үҙегеҙҙе бер аҙ “уятып”, көрәйтеп һәм йылмайтып ебәреү өсөн, әй-йй, бөгөн тиҫкәрелек көнө лә инде, тип күңелде күтәрә торған көн был.

Фантазерҙар үҙҙәренсә билдәләй. Әйткәндәй, Иван Яуыз осоронда ғәйепле баярҙарҙы алаша атҡа арт яҡҡа ҡарап ултыртып, кейемен тиҫкәреһен кейҙереп язаға тарттырғандар, имеш.

Бер ҡыҙыҡ хип-хоп бейеү төркөмө лә бар: “Les Twins”ты ойоштороусы ағалы-ҡустылы Лоран һәм Ларри Буржуалар салбарҙарын алдын артҡа кейә.

Бөгөн тиҫкәре булырға ярай, әммә башҡа көндәрҙә гел уңығыҙ, гел ыңғай булығыҙ!

Бөгөн – тиҫкәрелек көнө
Бөгөн – тиҫкәрелек көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: