Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2021, 10:04

Атым бар, йүгәнем юҡ...

Атым бар, йүгәнем юҡ, Дәртем бар, һөйгәнем юҡ...

Атым бар, йүгәнем юҡ...
Атым бар, йүгәнем юҡ...

Кейәү

Халыҡ йыры

Атым бар, йүгәнем юҡ,

Дәртем бар, һөйгәнем юҡ,

Һай, атым да бар, дәртем дә бар,

Әммә һөйгән йәрем юҡ.

Һаҡмар буйы йәмле була,

Япраҡ ярһа тал-тирәк.

Йәр һөйөп тә алалмаһаң,

Ярһый икән йәш йөрәк.

Урал, һинең тауыңа

Ҡыйғыр ҡоштар ҡуналмай.

Һай, минең шатлыҡ хистәрем

Күкрәгемә һыялмай.



Юлай Кәримов фотоһы.
Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: