Ҡурған өлкәһенең Латонов ауылында була был аяныс хәл. Ҡатын, үҙенең өс бәләкәй балаһын үгәй аталарына ҡалдырып, Ростовҡа сығып китә.
Өлкәнерәк балаларын күршеләре ашатҡылап тора, ә йортта бәләкәй сабый ҙа бар икәнен улар белмәй.
Ир кеше иһә балаларҙы ҡарарға ашыҡмай. Спиртлы эсемлек эсеп, урам буйынан ҡайтып инмәй. Ярты йәшлек бала йортта ҡараусыһыҙ ҙа, аҙыҡһыҙ ҙа ултыра. Уның барлығы хаҡында күршеләре үлгәс кенә белә. Атай кеше сабыйҙы ерләргә аҡса йыйғанда ғына пәйҙә була.
Әлеге мәлдә балаларын ташлап киткән әсәне ҡулға алғандар. Хоҡуҡ һаҡсылары опека бүлеген дә тикшерәсәк. Улар ғаиләне ҡарап еткермәүҙә ғәйепләнә.
Фото: Т. Аманов