Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2021, 18:19

Юл фажиғәләре - 25 декабрь

Кисә республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән, ике кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 25 декабрь
Юл фажиғәләре - 25 декабрь

Иртән Архангель районында, Өфө-Инйәр-Белорет автоюлының 51-се саҡрымында, Өфөнән 42 йәшлек ир идара иткән "BMW X6" менән Ғафури районынан 52 йәшлек ир идара иткән "Лада Гранта" машиналары бәрелешкән. "Лада"ның водителе һәләк булған.

Кисен Ишембай районында 29 йәшлек ҡатын "Kia Rio" машинаһында бағанаға бәрелеп, аварияла ире үлемесле яраларҙан йән биргән.

Тәүлек эсендә 1600-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 33 иҫерек водитель тотолған.

Бөгөн Өфөлә 65 йәшлек ир "Лада XRAY" машинаһында туҡталҡала торған "SsangYong", ВАЗ-2114 һәм "Opel Astra" машиналарына барып бәрелгән. "Тиҙ ярҙам" килеп еткәндә водитель үлгән булған. "Лада XRAY" пассажирының әйтеүенсә, водителдең хәле кинәт насарайып, ул туҡталҡалағы машиналарға бәрелгән. Водителдең үлем сәбәбен суд-медицина экспертизаһы асыҡлаясаҡ.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: