Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2021, 17:53

Водителдәр иғтибарына

Водителдәр, юлға сыҡмай тороғоҙ! Бөгөн республикала урыны менән көслө буран, елдең тиҙлеге секундына 20-25 метр, ҡар яуа. Юлдарҙа көрт, күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем сикләнә. Юлға сығырға тура килһә, шәп ҡыумаҫҡа, уҙышмаҫҡа, киҫкен маневрҙар яһамаҫҡа, транспорт менән идара иткәндә телефонды онотоп торорға кәңәш ителә. Машиналар араһында дистанция һаҡларға (шул иҫәптән ҡабырға яҡтан да араны)! ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Ваҡытлыса ябылған юлдарҙың исемлеге гәзит сайтында.  

Водителдәр иғтибарына
Водителдәр иғтибарына

Пассажир автобустары, маршрут такси, еңел такси, йөк транспорты өсөн М5 "Урал" автоюлының 1194-се участкаһынан алып 1375-се участкаһына тиклем (Үрге Йәркәй ауылы - Иҫке Солтанбәк ауылы) юл ябыҡ.

Бөтә төр транспорт өсөн М-7 "Волга" федераль трассаһының 1308-се участкаһынан алып 1319-сы километрына тиклем (Шәрип ауылынан Волково ауылына тиклем) юл ябыҡ.

Р-240 федераль трассаһының Авдондан алып Подымалово ауылына тиклем юл ябыҡ.

Өфө-Ырымбур автоюлының 27-се саҡрымынан алып 112-се участкаһына тиклем (Булгаково-Рощинский) пассажир автобустары, маршрут такси, еңел такси, йөк транспорты өсөн юл ябыҡ.

Бөтә төр транспорт өсөн Өфө-Ырымбур автоюлының 17-се саҡрымынан, йәғни аэропортҡа боролоштан алып Ырымбур өлкәһенә тиклем юл ябыҡ.

Буран ваҡытында ауыл-ҡала ситенә сыҡмаҫҡа! Ярҙам кәрәк булһа, ошо номерҙарға шылтыратырға: 8 347 235-84-02, 233-27-31, 237-84-80, 237-02-02.

Фото: БР ЮХХДИ.

Водителдәр иғтибарына
Водителдәр иғтибарына
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: