Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2021, 18:51

Пиротехниканы ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ

Ҡайһы бер профессиональ пиротехника изделиеларының яныу температураһы 2000 градустан артып китеүе тураһында беләһегеҙме? Хәҙер, белмәйем, тип әйтә алмайһығыҙ, уҡынығыҙ, тимәк белдегеҙ! Салюттар, фейерверктар, бенгаль уттары, шәмдәр Яңы йыл байрамына айырым йәм өҫтәй, әммә янғын хәүефен дә бермә-бер арттыра.

Пиротехниканы ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ
Пиротехниканы ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ

Пиротехниканың асыҡ ялҡын бөркөп, осҡон һирпеүе, төрлө йүнәлештәрҙә атылып, борғоланып осоуы (40 метрға тиклем) ҙур янғын хәүефе тыуҙыра. Осҡононоң һәм ялҡынының тоҡаныу көсө бик юғары. 

Пиротехниканы балаларға бирергә ярамай, уны кешеләрҙән, машиналарҙан, йорттарҙан 20 метр алыҫлыҡта ғына осорорға мөмкин. 

Пиротехника тауарҙарына ярашлылыҡ сертификаты булырға тейеш. Биш класҡа бүленгән пиротехниканың тәүге өс класс өлгөләре генә ирекле сауҙала һатыла.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: