Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2021, 19:51

Кешеләр юлда ҡар ҡамауына эләгә. Юлға сыҡмағыҙ!

Иртән Туймазы районында, М5 трассаһының Серафимовский менән Николаевка ауылдары араһындағы участкала, 33 автомобиль ҡар ҡамауында тороп ҡалғайны. АЗС эргәһендә тиҙ арала кемпинг асылып, кешеләргә йылы аш, эҫе сәй, йылы кейем тәҡдим ителгән.

Кешеләр юлда ҡар ҡамауына эләгә. Юлға сыҡмағыҙ!
Кешеләр юлда ҡар ҡамауына эләгә. Юлға сыҡмағыҙ!

Көйөргәҙе районында Яңы Муса һәм Лена ауылдары араһында алты машина юлда батып ултырған. 15 кешене, шул иҫәптән ике баланы, ҡотҡарыусылар ҡотҡарған.

Иртән М-5 трассаһында Серафимовский боролошо янында "ВАЗ-2112" машинаһы боҙолоп ултырған. Ҡотҡарыусылар 33 йәшлек водителде яҡындағы йылытыу пунктына алып килгән. Ҡотҡарыусылар водителгә ярҙам күрһәткән саҡта улар янына 27 һәм 20 йәшлек ике егет килеп, ярҙам һораған. Асыҡланыуынса, улар таксиҙа Туймазынан Түбәнге Троицк ауылына ҡайтып барғанда водитель менән ирешеп киткән, һәм водитель уларҙы юл уртаһында төшөрөп ҡалдырған. Егеттәрҙең икеһе лә ныҡ өшөгән, уларға медиктарҙың ярҙамы талап ителгән. Егеттәрҙең эсеп алғаны билдәле.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты юлға сығыуҙы кисектереп торорға, юлда бер-береңә ярҙам күрһәтергә өндәй.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Кешеләр юлда ҡар ҡамауына эләгә. Юлға сыҡмағыҙ!
Кешеләр юлда ҡар ҡамауына эләгә. Юлға сыҡмағыҙ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: