-10 °С
Болотло
Көслө ҡар яуыу, буран, елдең көсәйеүе электр сымдарының өҙөлөүенә килтереп, Өфө, Үҙәк, Сибай, Бәләбәй, Нефтекама, Яңауыл электр селтәрҙәренә ҡараған 15 райондың 108 тораҡ пункты утһыҙ ҡалғайны. Авария-тергеҙеү эштәренә 100 оператив бригада, 400 кеше, 100 берәмек техника йәлеп ителгән. Әлегә 40 тораҡ пункты (ете мең кеше) утһыҙ ҡала бирә. Компаниянан хәбәр итеүҙәренсә, унда ла авария-тергеҙеү эштәре тиҙ арала башҡарыласаҡ.
Буран тәүлек әйләнәһенә шашырға итә, тимәк башҡа райондарҙа ла ут һүнеүе ихтимал...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.