Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2021, 17:15

Бөйөк башҡорт ҡурайы

Баҡый Вәлиулла улы Вәлиев, Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы:

Бөйөк башҡорт ҡурайы
Бөйөк башҡорт ҡурайы


"Днепр аша сығыу еңелдән бирелмәне. Барлыҡ кәмәләрҙе батырҙыҡ. Үҙебеҙ йөҙөп сыҡтыҡ. Сарбаев менән бер кәмәлә инек – икебеҙҙең дә ҡурайыбыҙ һыуға батты. Хәҙер Днепрҙы сығып ҡара урманда ятабыҙ. Күсимов ағай әйтә: "Беҙ Берлинға ҡурайҙа уйнап барып инергә тейешбеҙ! Ҡайтығыҙ, Уралдан ҡурай алып килегеҙ. Юғиһә мин һеҙгә шелтә яҙам!"
Бер ваҡыт самолеттар һөжүм итеп уҙҙы. Беҙҙе эскадрилия һаҡлай ине. Шул ваҡыт немецтың бер самолеты беҙҙән алыҫ түгел ергә ҡолап төштө. Быны күргән Күсимов: "Ана нимис самолеты төштө. Торбаһын алып килегеҙ!"
Сарбаев менән киттек. Самолет йылға буйына төшкән, янып ята. Уның бер торбаһын һындырып ҡырҡып алдыҡ. Оҙаҡламай самолет шартланы. Ғүмер булғас, иҫән ҡалдыҡ. Шул ҡурайҙы мин 1943 йылдың октябренән бөгөнгәсә һаҡлайым".

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: