+12 °С
Болотло
Тәүлек эсендә 2200-ҙән ашыу водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп тотолған. 48 водитель иҫерек булған.
Бөгөн, 25 декабрҙә, иртәнге сәғәт унынсыла, Архангель районында, Өфө-Инйәр-Белорет автоюлының 51-се саҡрымында, Өфөнән 42 йәшлек ир идара иткән "BMW X6" менән Ғафури районынан 52 йәшлек ир идара иткән "Лада Гранта" машиналары бәрелешкән. "Лада"ның водителе "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фото: БР ЮХХДИ.